Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 05:30

Бала Сытырманда эсәр һыу таҙара

Республикала 29 һыу бүлеү объектын төҙөү йәки ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереү бурысы тора.

Бала Сытырманда эсәр һыу таҙараБала Сытырманда эсәр һыу таҙара
Бала Сытырманда эсәр һыу таҙара

Федоровка районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бала Сытырман ауылында үҙәкләштерелгән һыу бүлеү системаһын реконструкциялау дауам итә. Ул сафҡа индерелгәс, 1,5 меңдән ашыу кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект "Экология") ингән “Таҙа һыу” төбәк программаһы нигеҙендә башҡарыла. Ауылда дүрт һыу бүлеү скважинаһын һәм башняһын, 10 километрҙан ашыу һыу тәьминәте селтәрен реконструкциялау күҙаллана. Бөтә документтар Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында тикшерелгән һәм киләһе йылдарға Адреслы республика инвестиция программаһы планына индереү өсөн ебәрелгән.

“Таҙа һыу” төбәк программаһының төп маҡсаты – 2024 йылға Башҡортостанда сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ күрһәткесен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем арттырыу. Был күрһәткескә өлгәшер өсөн республикала 29 һыу бүлеү объекты төҙөргә йәки ғәмәлдәгеһен төҙөкләндерергә кәрәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/190730

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас