Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 09:00

Беҙҙә ил өсөн уртаҡ проблема хәл ителә

2022 йылға 167 объектта эш планлаштырылған: уларҙың 32-һе Өфө агломерацияһына һәм 36-һы Стәрлетамаҡ районына тура килә, бынан тыш, 99 объект республика һәм муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙа төҙөләсәк.

Беҙҙә ил өсөн уртаҡ проблема хәл ителәБеҙҙә ил өсөн уртаҡ проблема хәл ителә
Беҙҙә ил өсөн уртаҡ проблема хәл ителә

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә ремонтланған юлдар селтәре арта бара, айырыуса ауыл юлдарының йылдан-йыл яҡшырыуы ҡыуаныслы күренеш. Был эш яҡын киләсәктә нисек күҙаллана?

Был йәһәттән ауыл һәм ҡасабалар тирәһендәге юлдарҙы ремонтлау илдең барлыҡ төбәктәре өсөн уртаҡ проблема булып тора.  “Күп кенә район үҙәктәренә яҡынлашыу юлдары, ауыл урамдары тиҫтәләрсә йыл буйы ремонт күрмәне, сөнки урындағы ҡаҙналарҙың бындай мөмкинлеге юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта юл-транспорт сенлтәренең ниндәй булыуы был ауыл һәм ҡасабалар халҡының тормош кимәленә, тотош райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай”, – ти Башҡортостандың траснпорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Министр әйтеүенсә, республикала һуңғы бер нисә тиҫтә йылдағы юл ремонтлау эштәренең шундай киң ҡолас менән барыуына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу булышлыҡ итә. “Әлбиттә, был – беҙҙең өсөн етди талап һәм халыҡтың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ”, – ти Александр Булушев.

Өфө районында, мәҫәлән, Булгаков ауылындағы Цюрупа урамында автомобиль юлына реконструкция яһау тамамланды. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, хәҙер кибеттәргә, аптекаларға, башҡа ойошмаларға йөрөүе еңелләшкән.

Иглин районында район үҙәгенән Кальтовка ауылына тиклемге автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән. Ул Иглинды Ягодный, Сүбәкәй, Кальтовка менән тоташтыра һәм “Урал” М-5 трассаһына сығыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, ул “Ҡояшлы” биҫтәһендә күп балалы һәм инвалид бала аҫраған ғаиләләр өсөн бүленгән ер биләмәләренә барыу өсөн төп юл да булып тора. Юл белгестәре коммуникацияларҙы үҙгәртеп һалыу, һыуҙы юл аша үткәреү торбалары урынлаштырыу, ер ҡатламын күтәреү, термопластиктан юл һыҙаттары түшәү, барьер ҡоролмалары һәм бағаналар ултыртыу, автобус туҡталышын булдырыу буйынса ҙур эш башҡарған.

Республиканың юл ведомствоһында билдәләүҙәренсә, был объекттағы эш киләһе йылға ла күсә. Уның дөйөм хаҡы – 220 миллион һумдан ашыу. Подряд ойошмаһы бында ямғыр һыуын ағыҙыу, урамдарҙы яҡтыртыу, юл ситтәрен нығытыу буйынса эш комплексын башҡара. Горизонталь һыҙаттар яһалған, юл билдәләре урынлаштырыла.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылға 167 объектта эш планлаштырылған: уларҙың 32-һе Өфө агломерацияһына һәм 36-һы Стәрлетамаҡ районына тура килә, бынан тыш, 99 объект республика һәм муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙа төҙөләсәк. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 172 километр тәшкил итә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Рәсәй Федерацияһын 2030 йылға саҡлы үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указында күрһәтелгән талаптарға ярашлы эшләгән. Милли проект масштабы бөтә илде тиерлек солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Юл һалыу эшмәкәрлеге программаһы федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан финанслана.

Фото: bashinform.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас