

Күптән түгел Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектына ярашлы, “Иң яҡшы уҡытыусылар династияһы-2021” конкурсы үткәрелде.
Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү ауылы мәктәбе директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Эльза Мөхәмәтйәнова яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында икенсе урын яуланы. Ул ике туған һеңлеһе менән бергә Әминевтәр-Мөхәмәтйәновтар уҡытыусы династияһының абруйын яҡланы.
Конкурс Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарылды. Унда ҡатнашыуға йәмғеһе 123 ғариза тапшырылғайны. Туранан-тура уҙғарылған сараға илдең төрлө төбәктәренән 17 делегация саҡырылды. Конкурсанттар ижади формала үҙҙәренең династияһы менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты.
Мәғлүм булыуынса, белем биреү һәм мәҙәни-ағартыу конкурсы мәғариф ойошмаларында элегерәк һәм әле эшләгән педагогик хеҙмәткәрҙәр династияларын берләштерә.
“Бер һөнәр эйәләре булғанға күрә, бер-беребеҙҙең хәстәрлектәрен, проблемаларын, ҡыйынлыҡтарын яҡшы аңлайбыҙ, ярҙамлашырға тырышабыҙ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашабыҙ. Беҙ, Әминевтәр династияһы вәкилдәре, ауыр, ләкин ҙур әһәмиәткә эйә булған уҡытыусы эшен балаларыбыҙ дауам итер, тип ышанабыҙ”, – тине Эльза Мөхәмәтйәнова.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/415769/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/190762