Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 07:30

Сибайҙа дүртенсе пар игеҙәк тыуҙы!

 "Бәпестәремдең алдан тыуғанына — Мөхәмәтсадиҡ, икенсеһенә Мөхәмәтйософ тип исем ҡуштыҡ".

Сибайҙа дүртенсе пар игеҙәк тыуҙы!Сибайҙа дүртенсе пар игеҙәк тыуҙы!
Сибайҙа дүртенсе пар игеҙәк тыуҙы!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы дүртенсе пар игеҙәк тыуыуы тураһында акт теркәлде. Зарифа Абдубаннобов ҡыҙы һәм Алишер Мәхмүт улы Холкуновтарҙың игеҙәк улдары тыуған. Сабыйҙарҙың өс апайы бар: өлкәндәре Дилдораға — 8, Гулераға — 7, Шахлоға 3 йәш.

- Өс ҡыҙҙан һуң шул тиклем улыбыҙ тыуыуын теләнем. Аллаһ Тәғәләнән һәр ваҡыт нәҫелемде дауам итеүсене биреүен һораным. Һәм Аллаһ минең теләгемде ишетеп, үтенесемде икеләтә итеп үтәне! Хәҙер минең бер түгел, ике улым бар!  Бәпестәремдең алдан тыуғанына -Мөхәмәтсадиҡ, икенсеһенә Мөхәмәтйософ  тип исем ҡуштыҡ. Табиптар икенсе ультратауыш тикшереүендә игеҙәктәр тыуасағын әйтте, ә малайҙар буласағын өсөнсө тикшеренеүҙә генә күрҙеләр, - тип ҡыуана бәхетле атай Алишер.

Биш балалы ишле Холкуновтар ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сибай ҡала хакимиәте етәкселеге һәр ваҡыттағыса игеҙәк сабыйҙарға ике урынлыҡ коляска бүләк итәсәк. Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү урында “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас