

Рәсәй Федерацияһында “Фән” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Наука”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә фән йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, республикабыҙҙа 2024 йылға хәтлем “Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге” Евразия ғилми-белем үҙәгенең эшмәкәрлеген киңәйтеү сиктәрендә эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. “Фән” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Наука”) нигеҙендә үҙенең профессиональ һәм идара итеү компетенцияһын дүрт меңдән ашыу фәнни тикшереүсе 60 тирәһе пограмма буйынса үҫтереү мөмкинлегенә тулыһынса эйә.
“Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге” Евразия ғилми-белем үҙәге етәксеһе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ирина Буренинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, аспиранттарҙан алып ғилми лаборатория һәм проекттар етәкселәре өсөн уҡыуҙар кәрәк һәм улар ҡаралған, даими белем эстәүҙе заман үҙе талап итә, бындай алдынғы эш алымы ғилми тикшереүҙәрҙең һәм фәнни эшләнмәләрҙең дә, асыштарҙың да сифатын яҡшыртыуға туранан-тура булышлыҡ итә.
– Беҙҙә фән үҫеш юлында, фәнни асыштарҙың булыуы һәм ғилми эҙләнеүҙәрҙең күплеге – шатландыра, – тип һөйләй Ирина Буренина. – Киләсәккә маҡсаттар аныҡ билдәләнгән, шуға ярашлы эште көйләгәнбеҙ ҙә инде.
Йәш ғалим, фән кандидаты Фәрит Хоҙайғолов юғары уҡыу йортонда студенттарға лекция уҡый.
– Беренсенән, “Фән” милли проекты фән менән шөғөлләнеүселәргә киң ишектәр асты, – тип шатлығы менән уртаҡлаша доцент Фәрит Хоҙайғолов. – Икенсенән, Өфөлә донъя кимәлендә Евразия ғилми-белем үҙәгенең төҙөлөүен ишетеп ныҡ һөйөндөк. Беҙгә, йәш ғалимдарға, тимәк, илебеҙҙең етәкселеге тарафынан иғтибар ҙур, үҙ сиратында, фәнни асыштар менән шөғөлләнеү өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Ҡыҫҡаһы, ғилми тикшеренеүҙәр һәм асыштар үҫешкә бер аҙым.
Был осраҡта төбәк эшҡыуарҙары вәкилдәре ниндәй фекерҙә? Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, тап тәрән белемле белгестәр күберәк булһа, республикабыҙҙың иҡтисады ла алға китәсәк. Шул иғтибарға лайыҡ, Евразия ғилми-белем үҙәген үҫтереү сиктәрендә кесе һәм урта эшҡыуарҙар менән университеттар араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтеү зарур, ул республикабыҙ өсөн иң кәрәкле белгестәрҙе әҙерләү юлдарының береһе.
– Юғары уҡыу йорттарының эшҡыуарҙарға йөҙ бороуына нисек ҡыуанмаҫҡа? – ти күренекле эшҡыуар Альбина Мофаззалова. – Беҙ, эшҡыуарҙар, быны күптән көттөк, һүҙ ҙә юҡ, быға өмөтөбөҙҙө бер ҡасан да өҙмәнек. Ярҙамдан ташламағандары өсөн быға яуаплыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бөтә кеше лә эшҡыуар булып китә аламы? Әлбиттә, юҡ. Ныҡышмалдар, егәрлеләр, уңғандар һәм өлгөрҙәр генә эшҡыуарлыҡҡа тотона. Ошоға тағы ла белемлеләр бизнесты яҡшы алып бара ала тип өҫтәр инем. Ә ул ысынлап та, шулай. Тәрән белемгә эйә булмай тороп, бер нисек тә эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә уй-ниәттәреңде тормошҡа ашыра алмаясаҡһың.
Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов белдереүенсә, бөгөн етәкселек ғилми-белем трансформация шарттарында бизнесҡа өҫтәмә ярҙам итеү буйынса әүҙем рәүештә уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра.
– Беҙ, әлбиттә, закондар базаһына үҙгәрештәрҙе иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, – тип һөйләй Руслан Ҡазыханов. – Әгәр ҙә бизнестың аныҡ тәҡдимдәре булһа, беҙ уларҙы хәҙерҙән ҡарарға әҙер. Преференцияларға килгәндә, улар ведомство-ара хеҙмәттәшлек кимәлендә булырға тейеш. Киләсәктә юғары уҡыу йорттары ла, бизнес та үҙҙәренең 90 процентҡа хәтлемге сығымдарын субсидия ярҙамында ҡаплау мөмкинлегенә эйә.
Беҙгә билдәле булыуынса, бөтә төр ярҙам да яңы юғары технологиялы лабораториялар төҙөүгә һәм илебеҙҙән, сит илдәрҙән йәш тикшеренеүселәрҙе, технологик эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүгә килтерәсәк. Әлбиттә, ғилми-белем үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса алдынғы инновацияларҙы тормошҡа ашырыуҙа конкуренцияға һәләтле команда барлыҡҡа киләсәк.
Фото: ok.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан