Милли проекттар
11 Декабрь 2021, 03:30

Иң матур йорт кемдеке булыр?

30 декабрҙә, Яңы йылға бер көн ҡалғас, еңеүселәр асыҡланасаҡ.

Иң матур йорт кемдеке булыр?Иң матур йорт кемдеке булыр?
Иң матур йорт кемдеке булыр?

Мәсетле районында бина тышын, урамдарҙы, майҙандарҙы матурлау, байрам мөхитен, образлылыҡ, төҫ һәм яҡтылыҡты иң яҡшы булдырыусыларҙы асыҡлау маҡсатында конкурс ойошторола.

29 декабргә тиклем райондағы ауыл биләмәләре үҙҙәрендә эшмәкәрлек алып барған предприятиелар, бюджет, сауҙа һәм башҡа ойошмалары объекттары, йорт ихаталары араһында Яңы йыл алдынан иң яҡшы матурлау буйынса конкурс ойошторола. Һәр ауыл биләмәһе сараны үткәреү ваҡытын, шарттарын үҙе билдәләй, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Конкурста биләмәләрҙе, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы Яңы йыл билдәләре менән биҙәгәндә комплекслы ҡараш (биналарҙы, ағастарҙы яҡтылыҡ менән биҙәү, шыршы ултыртыу), эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү, ҡарҙан фигуралар яһау, үҙенсәлекле конструкцияларҙың барлығы, уларҙың биҙәлеше, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тура килеүе, йәмәғәтселектең, халыҡтың, уҡыусыларҙың  ҡатнашлығы, ауыл биләмәләренең санитар хәле баһаланасаҡ. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

30 декабрҙә конкурс һөҙөмтәләре асыҡланасаҡ. Еңеүселәргә тантаналы рәүештә дипломдар, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Фото: Мәсетле районы хакимиәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас