

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр килде. Федераль урман хужалығы агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан ағас ултыртыуға йәлеп ителгән халыҡ һаны буйынса илебеҙҙә беренсе урынды яулаған.
Был турала ТАСС-тың матбуғат үҙәгендә белдерҙеләр. Тап унда “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының өсөнсө миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Акцияла Рәсәйҙең 80 төбәгендә 70 миллиондан ашыу ағас ултыртылған, был эштә 1300000-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Был һан граждандарҙың экологик сараларға ҡыҙыҡһыныуының йылдан-йыл арта барыуын күрһәтә.
– “Урманды һаҡлайыҡ” ҙур экологик акцияһында республикабыҙ быйыл да әүҙем ҡатнашты. Төбәктә Бөтә Рәсәй акцияһын Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Иван Советников Өфөлә Рәсәй урмансылары аллеяһына нигеҙ һалғанда иғлан иткәйне, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – 2021 йылда экологик акцияларҙа 80 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар – республика урмансылары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, урындағы халы, ирекмәндәр, ҙур предприятиелар коллективтары, студенттар һәм башҡалар.
Мәғлүм булыуынса, республиканың Урман хужалығы министрлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы, 2019 йылдан “Урманды һаҡлайыҡ” федераль проектында ҡатнаша. Уның маҡсаты – 2024 йылға урманды 100 процентҡа тулыландырыу. Быйыл ете мең гектарҙан ашыу майҙанда 30 миллионға яҡын йәш ағас ултыртылған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/415924/