Милли проекттар
13 Декабрь 2021, 18:00

Йәштәребеҙгә уңыштар теләйек!

Башҡортостан студенттары ун йүнәлеш буйынса "Йыл студенты-2021" Рәсәй милли премияһы финалында төбәк данын яҡлаясаҡ.

Йәштәребеҙгә уңыштар теләйек!Йәштәребеҙгә уңыштар теләйек!
Йәштәребеҙгә уңыштар теләйек!

Был сара Рәсәй Йәштәр союзының һәм "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһының берҙәм проекты булып тора, илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында ойошторола.

Премия Фән һәм технологиялар йылының рәсми сараһы һанала, "Мәғариф" милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы уҙғарыла. Финал 13 - 20 декабрь арауығында онлайн алымда үтә. Финалға үткәндәр Рәсәйҙең 75 төбәгенән ғариза биргән 8000 кеше араһынан һайлап алынған.

"Йылдың сит ил студенты" номинацияһында БДУ-ның башҡорт филологияһы, журналистика һәи шәрҡиәт факультетынан Кимпеди Жарни Варнель ҡатнаша. Ул уҡыу йортоноң мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, еңел атлетика, бокс, мини-футбол буйынса ярыштарҙа үҙен лайыҡлы һынай.

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенткаһы Камилла Чувашаева "Йыл интеллекты" номинацияһында финалист булған. "Йыл йәмәғәтсеһе" номинацияһында иң яҡшы студент исеменә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Дмитрий Севостьянов дәғүә итә. Ул юғары уҡыу йортонда бик яҡшы ойоштороусы булараҡ билдәле.

Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенткаһы Екатерина Ильина "Йылдың уҡыусылар советы рәйесе” номинацияһында еңеү өсөн көрәшәсәк. Ул концерттар, фестивалдәр, социаль йүнәлештәге саралар ойоштора.

“Йыл спортсыһы” номинацияһында Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенткаһы Ангелина Ғиззәтуллина үҙен һынап ҡарай. Быйыл ул “Толпар” студент спорт клубының рәйесе итеп һайланған, волейбол буйынса уҡыу йортоноң йыйылма командаһында уйнай.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Герман Плеханов “Йылдың ижади шәхесе” номинияцияһында еңеү өсөн көрәшәсәк. Ул 1-се курста уҡығанында уҡ халыҡ-ара филология конференцияһында ҡатнаша һәм өсөнсө урын яулай. Шиғырҙар яҙа, үҙенең йыйынтығын нәшер итеүгә әҙерләй.

“Йыл студент медиаһы” номинацияһында Башҡорт дәүләт университетының “Профком Media” берләшмәһе финалға үткән. Быйыл уның әүҙемселәре “Рәсәй студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивалендә “Журналистика” йүнәлеше буйынса махсус призға лайыҡ булған.

БДУ-лағы Хоҡуҡ институтының юридик клиникаһы “Йылдың юридик берләшмәһе” исеменә лайыҡ булыу өсөн һынау тота. Ә “Йылдың киберспорт клубы” исеменә Башҡортостан дәүләт аграр университетының киберспорт клубы дәғүә итә. “Йылдың ирекмәнлек берләшмәһе” номинацияһы буйынса беҙҙән ике уҡыу йорто үткән: тәүгеһе – Өфө дәүләт нефть техник университетының Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы, икенсеһе – Башҡорт дәүләт педагогя университетының “Сәләмәтлек штабы”.

Мәртәбәле сарала төбәгебеҙ данын яҡлаясаҡ барлыҡ студенттарға һәм берләшмәләргә уңыштар теләйек!

Фото: amurmedia.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас