Милли проекттар
13 Декабрь 2021, 16:30

Яйлап булһа ла, проблема хәл ителә

Кәңәшмә барышында Өфө, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса яңы перспективалы объекттар булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Яйлап булһа ла, проблема хәл ителәЯйлап булһа ла, проблема хәл ителә
Яйлап булһа ла, проблема хәл ителә

Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “Рәсәй экологик операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһының генераль директоры кәңәшсеһе Павел Бесшапов ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте. Уны министр Урал Искәндәров алып барҙы.

Кәңәшмә барышында Өфө, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса яңы перспективалы объекттар булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Был проекттар концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырылған хәлдә, уларҙы финанслау “Рәсәй экология операторы” асыҡ-хоҡуҡи компанияһының йәшел облигацияларын урынлаштырыуҙан алған аҡса иҫәбенә мөмкин буласаҡ.

Компания вәкиле Павел Бесшапов белдереүенсә, төбәк өсөн айырыуса өҫтөнлөклө булып Өфө һәм уның янындағы муниципаль берәмектәр ихтыяжы өсөн объекттар булдырыу тора. Был Башҡортостанда “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты күрһәткесен тулы кимәлдә үтәү мөмкинлеге бирәсәк.

Бынан тыш, кәңәшмәлә Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Благовещен, Күмертау ҡалалары сигендәге алты законһыҙ булдырылған ҡалдыҡтар сүплеген юҡҡа сығарыу мәсьәләһендә лә туҡтанылар. Был сараларҙың бөтәһе лә “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Урал Искәндәров белдереүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы федераль бюджеттан Баймаҡ ҡалаһы янындағы сүплекте юҡҡа сығарыу өсөн 2022-2023 йылдарға аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ҡалғандары буйынса тейешле документтар әҙерләү бара.

Ғөмүмән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү даирәһе бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. Тармаҡҡа инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Республикабыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһын үҫтереү, рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындарын бөтөрөп, полигондарға ташылған ҡалдыҡ күләмен кәметеп кенә ҡалмай, экологияны ла яҡшырта, муниципалитеттарҙа өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килтерә. Әммә, һәр яңы йүнәлештәге кеүек, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә аҙ түгел.

Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡаты коммуналь һәм көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмдәрен бөтөрөү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Урал Искәндәров әйтеүенсә, бөгөнгә 1 854 ошондай өйөмдө бөтөрәһе бар әле. Йыл башынан алып 264 рөхсәтһеҙ сүп һалыу урыны бөтөрөлгән, был эш график буйынса бара. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә,  республика халҡынан килгән ялыуҙар стихиялы барлыҡҡа килгән сүп урындары, контейнерҙар менән проблемалар, ҡалдыҡтарҙы ташыған өсөн түләү барыһын да борсоғанын күрһәтә.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас