

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриәлеккә ҙур иғтибар бүлә: районда социаль объекттар төҙөүгә, ремонтлауға, йыһазландырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында, предприятие Рудник биҫтәһендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөп тапшырҙы.
Учреждение биҫтәнең үҙәк урамдарының береһендә, 2-се мәктәп эргәһендә, һуңғы ваҡытта киң таралған блок-модуль технологияһы буйынса төҙөлгән.
Дөйөм майҙаны 63 квадрат метр тәшкил иткән фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре бар. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Биҫтә халҡы сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн, таусылар ФАП-ты кәрәкле медицина ҡорамалдары менән дә тәьмин иткән.
Комбинат яңы ФАП-ты - килешеү нигеҙендә ҡала ҡарамағына, ә ҡала хакимиәте үҙәк дауаханаға тапшырасаҡ. Документтар рәсмиләштерелгәс, фельдшер тәғәйенләнәсәк. Яңы медицина учреждениеһында 4000 тирәһе кеше хеҙмәтләндереләсәк, беренсел ҡабул итеүҙәр ойоштороласаҡ. Бының өсөн ФАП-та бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Фото: УТБК сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан