

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (“Безопасные качественные дороги”) милли проектына ярашлы, баш ҡалала норматив талаптарға яуап биргән автомобиль юлдары артҡандан-арта. Бында магистраль урамдар тураһында ғына түгел, шәхси сектор урамдары хаҡында ла һүҙ бара.
Мәҫәлән, быйыл Өфөлә Көтөүлек, Карьер, Эшселәр урамдары тәртипкә килтерелде. Объекттарҙың дөйөм оҙонлоғо 2,1 километрҙан ашыу тәшкил итә.
Әйткәндәй, был юлдарҙы төҙөкләндереүҙе Нижегородка биҫтәһе халҡы күптән көтөп алды. Ремонт барышында иҫке юл япмаһы яңыһына алмаштырылды, борт таштары ҡуйылды, техник һыҙаттар һәм тротуарҙар яңыртылды. Иң һуңынан термопластиктан юл тамғаһы һалынды.
Нижегородка биҫтәһендәге юлды төҙөкләндереү 2022 йылда ла дауам итәсәк. Киләһе юл-төҙөлөш миҙгелендә Сәләм урамында һәм Ауыл кисеүендә юл япмаһын алмаштырыу күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/192666
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/192666