

16 декабрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттарҙың Х археология конференцияһы үтәсәк. Ул Башҡортостан Милли музейының археология бүлегенә 100 йыл тулыуға һәм “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығының ун йыллығына арнала.
Конференцияны ойоштороуға республиканың Археология йәмғиәте, “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы һәм Башҡортостан Милли музейы булышлыҡ итә.
Сараның ярайһы ҙур тарихы бар. Тәүге тапҡыр ул 2002 йылда Башҡорт дәүләт университеты башланғысы менән ойошторола. Унда республиканың һәм Урал-Волга буйының 24 ҡалаһынан 230 кеше ҡатнаша. Традицияға ярашлы, эш барышында Көньяҡ Урал һәм уға сиктәш биләмәләрҙең археологияһына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим ителә. Башҡортостанда үткән студент археология конференциялары ысын мәғәнәһендә йәш археологтар әҙерләү оҫтаханаһына әйләнде.
Быйыл баш ҡалабыҙҙа үткән сараға Өфө, Ижевск, Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Киров, Төмән, Яр Саллы ҡалаларындағы ғилми һәм мәғариф ойошмаларынан 35 вәкилдең килеүе көтөлә. Конференцияның программаһына ярашлы, таш быуат, иртә тимер быуат, Урта быуаттар һәм Яңы эра, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға ҡағылышлы сығыштар ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2024 йылда Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙы билдәләү сиктәрендә, баш ҡалабыҙҙа Урал-Волга буйы биләмәһендә тәүгеләрҙең береһе буласаҡ археология фонд-һаҡлағысы барлыҡҡа килергә тейеш. Әлбиттә, уны булдырыу өсөн тәү сиратта йәш һәм алдынғы ҡарашлы белгестәр кәрәк.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Сығанаҡ һәм фото: vatandash.ru