Милли проекттар
15 Декабрь 2021, 04:30

Иң яҡшы остаздар беҙҙә!

Бындай конкурстар остазлыҡ тәжрибәһен уртаҡлашырға мөмкинлек бирә, оло хеҙмәткәрҙәрҙең йәш белгестәргә биргән белемдең мөһимлеген иҫбатлай.

Иң яҡшы остаздар беҙҙә!Иң яҡшы остаздар беҙҙә!
Иң яҡшы остаздар беҙҙә!

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») ҡатнашҡан “ОЗНА-Инжиниринг фәнни-етештереү предприятиеһы” йәмғиәте “Остазлыҡ буйынса иң яҡшы тәжрибә-2021” федераль конкурсы этабының “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә остазлыҡ” номинацияһында икенсе урын яуланы.

“Бындай конкурстар остазлыҡ тәжрибәһен уртаҡлашырға мөмкинлек бирә, оло хеҙмәткәрҙәрҙең йәш белгестәргә биргән белемдең мөһимлеген иҫбатлай. Сара быйыл беренсе тапҡыр уҙғарылды. “ОЗНА-Инжиниринг фәнни-етештереү предприятиеһы” йәмғиәте - республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында тәүгә ҡатнашыусыларҙың береһе. Предприятие “Остазлыҡ: етәкселек итеүҙең иң яҡшы ун тәжрибәһе” эшен тәҡдим итте”, - ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. 

Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам”милли проекты сиктәрендә ойошторола. Финал ярыштарында төбәк этабы еңеүселәре ҡатнаша. Конкурста остазлыҡ тәжрибәләренең һөҙөмтәлелеге, үҙенсәлеклеге, шулай уҡ уны төбәктән ситтә лә таратыу һәм ҡулланыу мөмкинлеге иҫәпкә алына. Конкурс заявкаларын эксперт советы баһалай.

“Остазлыҡ, белем, тәжрибә, оҫталыҡ менән уртаҡлашыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы булараҡ, кешенең ҡеүәтен аса, хеҙмәткәрҙең, ә беҙҙең проектта йәш етәксенең шәхси һөҙөмтәлелеген арттырыуға йоғонто яһай. Остазлыҡ аша хеҙмәткәрҙән талап ителгән тәртип моделе барлыҡҡа килә, уның һөҙөмтәһе булып компания ҡиммәттәре тәүге урынға ҡуйылған корпоратив мәҙәниәт формалаша”, - тип билдәләне “ОЗНА-Инжиниринг фәнни-етештереү предприятиеһы” йәмғиәтенең персонал буйынса генераль директор урынбаҫары Ришат Вәлитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа үҫтереүҙе бурыс итеп ҡуя. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 123 предприятиеһы милли проектта ҡатнаша.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас