Милли проекттар
15 Декабрь 2021, 06:30

Мәҙәниәт учреждениелары йыһазландырылды

Бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа ла тармаҡтың үҫешен тәьмин итеү мөһим.

Мәҙәниәт учреждениелары йыһазландырылдыМәҙәниәт учреждениелары йыһазландырылды
Мәҙәниәт учреждениелары йыһазландырылды

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проектына ярашлы, мәҙәниәт өлкәһендәге мәғариф учреждениеларын ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырыу дауам итә.

Күптән түгел ике ойошма 113636 һумлыҡ субсидия алды. Был аҡсаға Оло Баҙраҡ ауыл китапханаһына компьютер, ноутбук, күп функциялы принтер һатып алынды, китап фонды тулыландырылды.

Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытылды: акустика системаһы, микшерлы пульт, ноутбук алынды. Алты мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыу йорттарында белемен камиллаштырҙы.

“Мәҙәниәт” милли проектының төп бурысы – төбәктәге һәр кешене мәҙәни тормошҡа йәлеп итеү, илебеҙҙең, республикабыҙҙың бәләкәй һәм төпкөл ауылдарында тармаҡтың үҫешен тәьмин итеү”, – тине Борай районының мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре идаралығы начальнигы Илгиз Харисов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/194387

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/194387

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас