

Мәскәүҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы уҙҙы. Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сара forum2021.exportcenter.ru сайты аша онлайн яҡтыртылды.
Форумды Рәсәй экспорт үҙәге ойошторҙо. Унда Рәсәй Хөкүмәте етәкселәре ҡатнашты, шулай уҡ федераль һәм тәбәк власть органдары етәкселәре, экспортҡа эшләгән компаниялар, үҫеш институттары һәм эшлекле берекмәләр, Рәсәй һәм сит ил эксперттары саҡырылғайны.
– Башҡортостан Республикаһы алдында торған төп бурыс – экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм кәрәкле инфраструктураны булдырыу. "Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы был йүнәлештә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм ғәмәли ҡарарҙар әҙерләү өсөн халыҡ-ара майҙансыҡ, – тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Сара төрлө форматта үтте – бәхәстәр, семинарҙар, сессиялар... Оҫталыҡтарын арттырырға теләгән эшҡыуарҙар өсөн вебинарҙар серияһы ойошторолдо: килешеүҙәр, маркетинг тәҡдим итеү, маркетплейстар аша экспорт сауҙаһын көйләү, дәүләт ярҙамын дөрөҫ файҙаланыу, Рәсәй эскпортсылары хоҡуғын яҡлау буйынса.
Шулай уҡ экспортҡа финанс ярҙам, электрон сауҙа каналы аша һатыу һәм юғары технологиялар экспортын ҡулланыу ҡоралдары буйынса саралар планлаштырылғайны. “Эспорт форумы”ның пленар сессияларында, фекер алышыуҙарҙа спикерҙар һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса йәмәғәт-эксперт советының сығыштары ҡаралғайны.
Ҡатнашыусылар Рәсәйҙең сеймал булмаған энергетик ҡарамаған экспортының ковидтан һуң киләсәге, уның төбәктең иҡтисад үҫешенә йоғонтоһо, экспортты электрон сауҙа каналы буйынса үҫтереү, инфраструктура проекттарында һәм логистика киңлектәрен киңәйтеүҙә ярҙам итеү кеүек мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Шулай уҡ Сербия, Төркиә, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны, Африка, Европа һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә экспортты үҫтереү киләсәге, “йәшел” тауар етештереү тәжрибәһе һәм Рәсәй экспортсылары хоҡуғын яҡлау кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Бынан тыш, форум сиктәрендә халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә Бөтә Рәсәй “Йыл экспоры” премияһын тапшырыу сараһы үтте. Пленар ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙарҙы экспортҡа йүнәлтеүҙе 70 процентҡа арттырыу бурысын ҡуйыуын иҫкә төшөрҙө.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ҙур бурыстар һәм маҡсаттар ҡуя.
Фото: Рәсәй экспорт үҙәгенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан