

Башҡортостан баҙарында үҙенсәлекле балалар уйынсыҡтары – башҡорт телендә һөйләшкән балалар гаджеттары киңерәк танылыу ала бара. Быға тиклем башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтары менән билдәле булған “БашТой” компанияһы хәҙер башҡорт һәм татар телдәрендә аралашыу мөмкинлеге биргән планшеттар һәм смартфондар ҙа тәҡдим итә. Башланғысты тормошҡа ашырыу “Маҡсат” ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы Грантына конкурста ҡатнашыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
- Был проектҡа 2019 йылдың йәйендә тотондоҡ. Эре халыҡ-ара компания менән килешеү төҙөнөк. Әлеге ваҡытта уларҙың тауарҙары донъяның 80 иленә оҙатыла, улар тәҡдим иткән гаджеттар 40-лап телдә “һөйләшә”. Интерактив уйынсыҡтарҙың ассортименты киң генә: музыкаль плеерҙар, смартфондар, микрофондар, планшеттар, музыкаль уйынсыҡтар, шулай уҡ электрон модулле китаптар һәм башҡалар. Беҙ башҡорт һәм татар телдәрендә 40-лап ҡыҫҡа йыр һәм 80-гә яҡын ике юллыҡ шиғыр яҙҙырҙыҡ. Һандар, төҫтәр, хайуан исемдәре лә ике телдә яҙҙырылды. Барлыҡ шиғыр һәм йырҙар тап ошо проект өсөн ижад ителде. Шулай уҡ ике телдә лә алфавит яҙҙырылды, уйынсыҡтарҙың һәм уларҙың ҡаптарының дизайны эшләнде, - тип билдәләне “БашТой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев.
“Башҡорт телендә һөйләшкән уйынсыҡтар эшләү идеяһы үҙем атай булғас тыуҙы”, - тип эшмәкәрлектәренең ниҙән башланыуы тураһында уртаҡлашты ул. Ҡыҙы тыуғас, Фәнзил ҡурсаҡтар эшләүгә тотона, ә инде ғаиләлә ике ул барлыҡҡа килгәс, үҙенсәлекле бәләкәй генә смартфон һәм планшеттар эшләү идеяһын тормошҡа ашыра башлай.
Матур башланғыстың төп маҡсаты – туған телде ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, уны заманса һәм популяр итеүгә өлөш индереү.
Әлеге планшеттар һәм смартфондар ярҙамында бәләкәстәр башҡорт йәки татар телдәрендә ҡыҙыҡлы контент менән таныша ала. Уйынсыҡтар Санкт-Петербургта уңышлы һынау үткән һәм хәүефһеҙлек сертификатына эйә булған.
“БашТой” йәмғиәте вәкилдәре белдереүенсә, грантты ғәмәлгә ашырғандан һуң да проект үҙ эшен дауам итәсәк. Яҡын арала башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән яңы партия уйынсыҡтар сауҙа кәштәләрендә урын аласаҡ, уларҙы теләге булған һөр кем һатып ала аласаҡ.
Күптән түгел Дәүләкән районының алты ауылындағы балалар баҡсаһында ла “БашТой” етештергән бәләкәй планшеттар һәм смартфондар барлыҡҡа килде.
Заманса уйынсыҡтар балаларға уйын барышында башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итә. Авторҙар әйтеүенсә, тап бәләкәй йәштән туған телен ишетеп үҫкән бала уның үҙенсәлеген һәм байлығын яҡшыраҡ аңлаясаҡ. Уйынсыҡтарҙы булдырған саҡта филологтарҙың ғына түгел, психологтарҙың да фекерҙәре, тәҡдимдәре иҫәпкә алынған.
Хәҙер Ҡаҙанғол, Мәкәш, Ҡоръятмаҫ, Яңы Йәнбәк, Ҡыҙрас һәм Иҫке Мерәҫ ауылдарындағы балалар баҡсаларына йөрөгән кескәйҙәр әлеге гаджеттар ярҙамында башҡорт телендә төҫтәрҙе, хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәнә, хайуандар менән таныша аласаҡ.
Дәүләкән районының мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Кузовова балаларҙың яңы уйынсыҡтарҙы оҡшатыуын, рәхәтләнеп ҡулланыуын, дәрестәрҙең күңелле уйын рәүешендә үтеүен билдәләне.
Бындай проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты (Национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ла тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: ufimnivy.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан