Милли проекттар
16 Декабря 2021, 11:45

Проектҡа тағы ике предприятие ҡушылды

Бөрө һөт аҙыҡтары комбинаты һәм “Капман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектта ҡатнашыусылар һанын 123-кә еткерҙе.

Проектҡа тағы ике предприятие ҡушылдыПроектҡа тағы ике предприятие ҡушылды
Проектҡа тағы ике предприятие ҡушылды

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусыларҙың исемлеген йәнә ике предприятие тулыландырҙы. Бөрө һөт аҙыҡтары комбинаты һәм “Капман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектта ҡатнашыусылар һанын 123-кә еткерҙе.

–Проектта ҡатнашыу предприятиеға эшкә эксперт күҙлегенән ҡарарға, юғалтыуҙарҙы бөтөрөргә, эш барышын яйларға, яңы баҙарҙарға сығырға ярҙам итә, - ти  Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Һаҡсыл етештереү инструменттарын ҡулланыу продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, конкуренцияға һәләтлекте арттырырға, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәрергә ярҙам итәсәк.

 

Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:mkset.ru

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас