Милли проекттар
16 Декабрь 2021, 16:30

Сикләүҙәр булһа ла, эшмәкәрлек туҡтатылмаған

Юл хужалығының барлыҡ объекттарында ла төҙөлөш-монтажлау эштәре барған.

Сикләүҙәр булһа ла, эшмәкәрлек туҡтатылмағанСикләүҙәр булһа ла, эшмәкәрлек туҡтатылмаған
Сикләүҙәр булһа ла, эшмәкәрлек туҡтатылмаған

16 декабрҙә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевтың тармаҡтың 2021 йыл һөҙөмтәләренә арналған брифингы булды.

Быйыл республиканың транспорт тармағы штат режимында эшләгән. Уның бер предприятиеһы ла, коронавирус инфекцияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелһә лә, үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Юл хужалығының барлыҡ объекттарында ла төҙөлөш-монтажлау эштәре барған.

Александр Булушев, республиканың транспорт комплексында пассажирҙарҙы ташыуҙы уңайлы итеүҙе күтәреү буйынса киң масштаблы эш алып барыла, тине. Транспорт тармағы предприятиеларының автобус паркы яңыртыла. Һуңғы өс йылда ғына “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан биш миллиард һумдан ашыу суммалыҡ төрлө һыйҙырышлы 943 автобус һатып алынған.

"Ағымдағы йылда лизингка 2,1 миллиард һумлыҡ урта һәм күп һыйҙырышлы 220 автобус алынды. Уларҙың барыһы ла Өфөнөң, шулай уҡ дөйөм республиканың ҙур ихтыяж менән файҙаланылған маршруттарына йәлеп ителде", - тине Александр Булушев.

Әлеге ваҡытта Өфөлә электр транспорты селтәрен үҫтереү буйынса мәсьәлә әүҙем атҡарыла. Шулай итеп, ағымдағы йылда ун яңы автобус һатып алынған. Бынан тыш, республикала, инвесторҙар йәлеп ителеп, заманса троллейбустар етештереү буйынса проект тормошҡа ашырыла.

Республикала юлдарҙы ремонтлау буйынса байтаҡ эш атҡарылған. Юл фонды 28,8 миллиард һум тәшкил иткән. Был былтырғы кимәлдән 12,1 процентҡа күберәк. Федераль бюджеттан был маҡсатта 9,2 миллиард һум аҡса ҡаралған.

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") тормошҡа ашырыу өсөн 8,8 миллиард һум тәшкил итә. Был сумманың 1,7 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Киләһе йылда был милли проект сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 255 километрҙан ашыулыҡ 167 объектта ремонт эштәре атҡарыу ҡаралған.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас