

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, Яңауыл районында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, күмәк спорт үҫтерелә.
Ошо көндәрҙә Яңауылдағы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә һырғалаҡ асылды. Байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде. Объектты асыу һәм боҙға беренсе булып сығыу хоҡуғы Яңауыл районы хакимиәте башлығының физик культура һәм спорт буйынса стипендиаттарына бирелде. Яңауыл ҡалаһы хакимәте башлығы Ф.Х. Миндийәров тантанаға йыйылғандарҙы тәбрик итте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://vk.com/yunost_yanaul
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/195355