Милли проекттар
17 Декабрь 2021, 18:15

Башҡортостан игененә ихтыяж ҙур

Рәсәй экспорты үҙәге генераль директоры Вероника Никишина һүҙҙәренсә, Башҡортостандың тәжрибәһен, шул иҫәптән “Ашығыс экспорт ярҙамы”н Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратырға мөмкин.

Башҡортостан игененә ихтыяж ҙурБашҡортостан игененә ихтыяж ҙур
Башҡортостан игененә ихтыяж ҙур

Республика экспортты үҫтереү йүнәлешендә ҡыйыу аҙымдар менән алға бара. Өфөлә уҙған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында был йүнәлешкә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.

Унда “Рәсәй экспорты үҙәге” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Вероника Никишинаның да ҡатнашып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм республиканың экспортерҙары менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереүе ошо хаҡта һөйләй.

Беҙҙә Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге әүҙем эшләй. Былтыр ул Рәсәй экспорты үҙәге төҙөгән рейтингта илдең 82 төбәге араһында икенсе урынды яуланы. Әле был йүнәлеште үҫтереүҙе көсәйтеү өсөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” сараһы күрелә.

Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл белгестәр халыҡ-ара сауҙаға ойошмаларҙы йәлеп итеү йүнәлешендә барлыҡ республика буйлап маҡсатлы эшләне. “Ашығыс экспорт ярҙамы”на сыҡҡанда улар предприятиеларға диагностика үткәреп, экспортҡа сығыу юлдарын өйрәткән, һәр компания менән айырым эшләгән. Шулай итеп, 200 компанияға ярҙам күрһәткәндәр: 16 эре, 184 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына.

“Ашығыс экспорт ярҙамы” эше һөҙөмтәһендә 500 мең долларға контракттар төҙөүгә өлгәшелгән. Экспортерҙар эшҡыуарлыҡ миссияларына әүҙем йәлеп ителә. Башҡортостан делегацияһының Ҡаҙағстанға эш сәфәре ваҡытында 175 миллион һумға торошло 14 контракт төҙөүгә өлгәшелгән, ә Беларусь Республикаһына барғанда бөтәһе 110 миллион һумға торошло 16 контрактҡа ҡул ҡуйылған.

Рәсәй экспорты үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина һүҙҙәренсә, Башҡортостандың тәжрибәһен, шул иҫәптән “Ашығыс экспорт ярҙамы”н Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратырға мөмкин.

Әлбиттә, республика бының менән генә сикләнмәйәсәк, ул дүрт тармаҡтың программалары менән “Экспорт форсаж”ын да өҫтәргә йыйына – нефть-газ секторы, урман сәнәғәте комплексы, аграр сәнәғәт һәм мәғлүмәт технологиялары. Беренсе ағымда 50 предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытырға планлаштырыла – улар тышҡы баҙарға тәүге тапҡыр сығасаҡ һәм яңы илдәр менән эшләйәсәк. Нефть-газ секторы вәкилдәре уҡыу үткән, тәүге һөҙөмтәләр ҙә күренде: ике контракт бар – Төркмәнстандан һатып алыусы менән 1,8 миллион долларға, Үзбәкстандан һатып алыусы менән 32,5 миллион һумға торошло килешеүҙәр төҙөлгән.

Республикала экспорт төрлө тармаҡтарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, йыл башынан 157,77 мең тонна Башҡортостан игенен һәм уның эшкәртмәләрен 20 илгә һатыуға өлгәшкәндәр. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренең тауарҙары Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Грузия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголия, шулай уҡ Европа союзына ҡараған Бельгия, Венгрия, Германия, Дания, Латвия, Литва, Нидерландтар, Норвегия, Польша кеүек илдәрҙә ихтыяж менән файҙаланыла. Уны хатта Америка Ҡушма Штаттары ла, Төркиә лә ала. Сит илгә оҙатылған тауарҙар араһында арпа, бойҙай, арыш, ҡара бойҙай, гәрсис төп өлөштө тәшкил итә.

Ғөмүмән, илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальные проект ”Международная кооперация и экспорт”) уңышлы тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас