

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы, район хакимиәтендә ошо көндәрҙә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” булды.
Ултырышта Ирек Ғилметдиновтың умартасылыҡты үҫтереү проекты ҡаралды. Ул бал ҡорто күстәре һанын арттырырға ниәтләй. Бының өсөн умартасыға ауыл эргәһендә ер кәрәк. Район хакимиәте башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тейешле күрһәтмә бирҙе.
“Әле ун күсем бар, уларҙың һанын 20-гә еткерергә ниәт бар. Иҫке Ҡаңғыш ауылы янында умартасылыҡты үҫтереү өсө ҡулай урынды ҡарап ҡуйғайным – ере тигеҙ, ике яҡлап урман үҫә, ел юҡ. Тап ошо урында умарталыҡты киңәйтергә ине”, – тине Ирек Ғилметдинов.
Әйткәндәй, Дүртөйлө районында үҙ эшен асырға телгән йүнселдәрҙе Башҡортостандың Инвестиция порталында (https://investrb.ru/ru/) алдан теркәлеп йәки 8 (34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары аша яҙылып, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡыралар.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/417885/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)