Милли проекттар
17 Декабрь 2021, 03:00

Яңы йылды – яңы фатирҙа!

Күптән көтөп алынған торлағыңа эйә булыу – үҙе ҙур бәхет бит ул!

Яңы йылды – яңы фатирҙа!Яңы йылды – яңы фатирҙа!
Яңы йылды – яңы фатирҙа!

Башҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы торлаҡ фонды тип аталған йорттарҙан граждандарҙы күсереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был программа 2019 -  2023 йылдарға иҫәпләнгән һәм дүрт этапҡа бүленгән.

Был программаға ярашлы, республикалағы 19 биләмәләге 134 авариялы йортто күсереү ҡаралған, 2,8 мең граждан йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтарынан, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 1,82 миллиард һум бүленәсәк.

Ошо адреслы программала Илеш районы ла ҡатнаша. Үрге Йәркәй ауылындағы йәшәү өсөн яраҡлы булмаған торлаҡтан  граждандарҙы күсереү өсөн  Совет урамындағы 24-се йорттан, Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 18-се йорттан 32 торлаҡ бинаһы һатып алынған. Йорттарҙы былтыр һала башлағандар. Бөгөнгө көндә барлыҡ төҙөлөш-монтажлау эштәре атҡарылған. Ике йортто ла республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса комитеты ҡабул иткән.

Дөйөм финанслау күләме 30 миллион һум тәшкил иткән. Был сумманың 24,4 миллион һумын – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, 500 мең һумын – республика бюджеты, 4,9 миллион һумын муниципалитет бүлгән.  

Авариялы торлаҡ фондынан күсереү “Йәшәү өсөн яраҡлы булмаған торлаҡты тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” (проект “Обеспечение устойчивого сокращения непригодного для проживания жилищного фонда”)  федераль проекты сиктәрендә атҡарыла. Был саралар һәм уларҙы атҡарыу өсөн аҡса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) сиктәрендә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Ә милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Фото: semyaizakon.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас