Милли проекттар
17 Декабрь 2021, 09:30

Йорттары – ҡотло, ғаиләләре ныҡ булһын!

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы бойомға ашырыуға быйыл 11 муниципаль районға 48,55 миллион һум бюджет аҡсаһы бүленгән.

Йорттары – ҡотло, ғаиләләре ныҡ булһын!Йорттары – ҡотло, ғаиләләре ныҡ булһын!
Йорттары – ҡотло, ғаиләләре ныҡ булһын!

Башҡоротостанда ауыл халҡына яллау килешеүе буйынса торлаҡ биреү өсөн “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән күсемһеҙ килек объекттарын файҙаланыуға әүҙем тапшыралар. Был программа Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла һәм Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Демография”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттарын үтәүгә булышлыҡ итә.

Был программа буйынса Илеш районының Яңы Сереккүл ауылында Гөлирә менән Анфер Шамуратовтар ғаиләһенә ике ҡатлы йорттоң асҡысы тапшырылды. Улар урындағы Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында һауынсы һәм механизатор булып эшләй. Яңы йорт һигеҙ кешенән торған ҙур ғаилә өсөн оло шатлыҡ!

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән йорттоң хаҡы 4 миллион 687 мең һум тора. Был аҡсаның 80 проценты – федераль һәм республика бюджетынан бүленгән, ә 18 проценты – Куйбышев исемендәге хужалыҡ етәксеһе һалған, ә ике процент – муниципалитеттан. Йорттоң майҙаны 152,7 квадрат метр тәшкил итә.

Граждандарға бындай йорттар торлаҡ бинаһын яллау килешеүе буйынса бушлай файҙаланыуға тапшырыла. Эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүе буйынса биш йылдан һуң ҡуртымдағы торлаҡты төҙөгән хаҡының ун процентынан артмаған торошона һатып алырға мөмкин,  ә ун йылдан һуң – бер процентынан артмаған хаҡҡа.

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы бойомға ашырыуға быйыл 11 муниципаль районға 48,55 миллион һум бюджет аҡсаһы бүленгән. Был Башҡортостандағы 27 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас