

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы буйынса быйыл Илеш районында өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты монтажланды. Был төҙөлөштәргә федераль ҡаҙнанан 10 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Тимәк, райондың өс ауылы халҡын шатлыҡ көтә.
Был медицина учреждениелары Айыу, Марин һәм Үрге Юлдаш ауылдарында эшләй башлаясаҡ. “Барыһы ла заман талаптарына ярашлы төҙөлә, тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ, хеҙмәт урындары ла яҡшы,” – тип билдәләне Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рәзидә Ғатауллина.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ биләмәһен дә төҙөкләндереү планлаштырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.