Милли проекттар
19 Декабрь 2021, 06:30

Стәрлетамаҡтар киләсәккә ҡарап йәшәй

Дөйөм алғанда, районда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, быйыл 20,5 километр юл ремонтланған.

Стәрлетамаҡтар киләсәккә ҡарап йәшәйСтәрлетамаҡтар киләсәккә ҡарап йәшәй
Стәрлетамаҡтар киләсәккә ҡарап йәшәй

Юлдар төҙөү һәм ремонтлау – үҫеш һәм халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн мөһим фактор булып тора. Сәнәғәттең һәм яңы технологияларҙың үҫеше яҡшы транспорт артерияһын талап итә.

Стәрлетамаҡ районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 2022 йылда автомобиль юлдарының алты участкаһы ремонтланасаҡ.

Эштәр түбәндәге объекттарҙа планлаштырыла:

Бүреҡаҙған ауылында, Полевая урамы; Загородный ауылында Чапаев урамы; Марьевка ауылында Йылға урамы; Садовка ауылында Беренсе Май урамы; Талас ауылына килгән юл; Рощинский ауылында Урман урамы.

Милли проект сиктәрендә был эштәрҙе башҡарыу өсөн муниципаль контракттар төҙөлгән. Ремонтты бөтә участкалаларҙа ла 2022 йылдың июлендә тамамларға йыйыналар.

Дөйөм алғанда, районда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, быйыл 20,5 километр юл ремонтланған.

Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (Национальный проект “Безопасные качественные дороги”)  ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.


ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас