Дәүләкән районында 2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты, “Кесе Ватан мәҙәниәте” партия проекты сиктәрендә район Мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытылды. Был маҡсатҡа федераль, республика, урындағы бюджеттарҙан биш миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Бер төркөм коллективтың сәхнә костюмдары барлыҡҡа килде. “Әхирәттәр” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Дим” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Демушка” рус йыры халыҡ хоры, “Аҡсарлаҡ” вокаль ансамбле һәм “Аҡ ҡалфаҡ” фольклор ансамбле артистары яңы костюмдарҙа сығыш яһаясаҡ, уларҙы әҙерләгәндә милли йолалар һәм урындағы үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған. Мәҫәлән, “Дим” ансамбле Дим башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет костюмдарын алды. Тынлы музыка ҡоралдары оркестры өсөн дә яңы музыка ҡоралдары һатып алынған. Шулай уҡ сәхнә кейеме яңыртылды, яңы заманса, шул иҫәптән тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары барлыҡҡа килде, ул, һис шикһеҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оҫталыҡ кимәлен күтәрергә, яңы номерҙар әҙерләргә ярҙам итәсәк.
Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Әхмәдрәхимов билдәләүенсә, артист өсөн уның тышҡы ҡиәфәте бик мөһим, сөнки сәхнә образы – ул тамашасыға художестволы тәьҫир итеү сараларының береһе. “Беҙҙең коллективтар районда, республика һәм ил майҙандарында әүҙем сығыш яһай, төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша, һәм сәхнәгә яңы костюмдарҙа сыҡҡанда тамашасыларҙы сағыу номерҙар менән ҡыуандырасаҡ”, – ти ул.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (Национальный проект “Культура”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.