Милли проекттар
20 Декабрь 2021, 11:45

Александра киләсктә бизнесын киңәйтергә ниәтләй

Бер йыл элек Аҡъярҙа “Ит кибете” филиалы асылғайны.

Александра киләсктә бизнесын киңәйтергә ниәтләйАлександра киләсктә бизнесын киңәйтергә ниәтләй
Александра киләсктә бизнесын киңәйтергә ниәтләй

Хәйбулла районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултыршы районда йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты күрһәткестәрен үтәүгә йүнәлтелә.

Александра Власенко – районда етештергән продукцияны эшкәртеүҙе ойошторған йүнселдәрҙең береһе. Әйткәндәй, ундайҙар районда күп түгел. 2015 йылдан Аҡъяр ауылында ит продукцияһы һәм өй ярымфабрикаттары магазины, шулай уҡ “Ит кибете” эшкәртеү цехы уңышлы эшләй. Продукцияны урындағы фермерҙар тапшыра.

Бер йыл элек Аҡъярҙа “Ит кибете” филиалы асылды. Хәҙер ул экомаркеттар селтәрен тәшкил итә. Магазиндарҙа ассортимент ярайһы уҡ бай. Бында ит ашамлыҡтары ла, икмәк-ҡалас ризыҡтары ла һатыла. Продукцияға ихтыяж ярайһы уҡ ҙур. Александра киләсктә бизнесын киңәйтергә ниәтләй.

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ул магахин һәм цех өсөн ҡорамалдар, сеймал аһтып алыу сығымының бер өлөшөн ҡаплау мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында килгән. Кәңәшмәлә вазифалы кешеләргә ошо инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: haibulla.bashkortostan.ru/presscenter/news/417870

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас