Милли проекттар
20 Декабрь 2021, 11:30

Илештә генә - өс объект

Быйыл Илеш районында дөйөм хаҡы 10 миллион һумлыҡ өс фельдшер-акушерлыҡ пунктын астылар

Илештә генә - өс объектИлештә генә - өс объект
Илештә генә - өс объект

Быйыл Илеш районында дөйөм хаҡы 10 миллион һум булған өс фельдшер-акушерлыҡ пунктын астылар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. ФАПтар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә атҡарыла.

- Марин, Айыу һәм Үрге Юлдаш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары монтажланды. Барлыҡ ФАПтарҙы ла ҡорамалдарҙың тулы комплекты һәм ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү медикаменттары менән йыһазландырасаҡтар. Уларҙа мотлаҡ медицина ярҙамын алыу һәм хеҙмәткәрҙәр менән эшләү өсөн уңайлы шарттарҙы булдырасаҡтар, - тип белдерҙе Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы баш табибә Рәзидә Ғатауллина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравохранение”) ярҙамында 2020 йылдарҙа Башҡортостан 139 яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына, дүрт ауыл табип амбулаторияһына, 28 күсмә медицина комплексына эйә булды.

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы (Программа модернизации первичного звена здравоохранения Башкирии, реализуемой в рамках национального проекта “Здравохранение”) 73 модуль ФАПты ҡуйыу эше бара. Был маҡсатта федераль бюджеттан 270 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Тағы ошондай ФАПтарҙың барлыҡҡа килеүе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Үрҙә әйтелгән ике милли проект та Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән.

Әйткәндәй, илдә тотош Рәсәйҙең үҙмәшғүлдәренең эше тураһындағы тәҡдимдәрҙе туплаған федераль агрегатор эш башланы.

Платформаға бер нисә партнер - Яндекс Gо, Ozon, Youdo и Вкусвилл - ҡушылған. Киләсәктә унда башҡа федераль эре операторҙарҙың да, шулай дәүләт мәшғүллек үҙәктәренең дә ҡатнашыуы көтөлә. Ә эш буйынса тәҡдимдәрҙе берҙәм тәҙрә буйынса ҡарап буласаҡ. Бынан тыш, граждандарға уҡыу, эшмәкәрлек төрөн һайлау һәм хеҙмәттәргә заказсылар эҙләү ҡаралған. Ә үҙмәшғүлдәргә булышлыҡ итеү “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты (национальный проект «Поддержка малого и среднего предпринимательства и развитие индивидуальной предпринимательской инициативы») тарафынан ҡаралған.

Фото: ufaved.info

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас