Милли проекттар
21 Декабрь 2021, 06:30

Алдынғы төбәктәрҙең береһебеҙ

Торлаҡ төҙөлөшө - һәр ваҡытта мөһим буласаҡ тармаҡтарҙың береһе.

Алдынғы төбәктәрҙең береһебеҙАлдынғы төбәктәрҙең береһебеҙ
Алдынғы төбәктәрҙең береһебеҙ

Башҡортостан Волга буйы федераль округында торлаҡты сафҡа индереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып ҡала. Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә 2,6 миллион квадрат метр майҙанлы 34,8  мең фатир сафҡа ингән. Күрһәткес үҫеше, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 24 процент тәшкил иткән.

Шулай итеп, Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды тотороҡло биләүен дауам итә. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында республикабыҙ элеккесә алтынсы урынды биләй.

- Пандемия сәбәпле, төҙөлөш тармағы өсөн айырым ҡатмарлыҡтар булһа ла, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә генә түгел, маҡсатлы күрһәткестәрҙе һәм былтырғы ошо осор билдәләрен артығы менән үтәй алдыҡ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Һуңғы һөҙөмтәләргә һығымта 2022 йылдың башында яһаласаҡ, әммә әлегә алдан күҙаллауҙар буйынса 2021 йыл аҙағына 2,8 миллион квадрат метр һанына етербеҙ тип көтәбеҙ. 2024 йылға республика - 2,950 миллион квадрат метрҙан, 2030 йылда 4 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты сафҡа индереүҙе планлаштыра.

Шәхси торлаҡ төҙөлөшө һиҙелерлек үҫеште күрһәтеүен дауам итә. Барлыҡ сығанаҡтар иҫәбенә 2021 йылдың 11 айында, баҡсасылыҡ өсөн ер участкаларында төҙөлгән торлаҡ йорттарҙы иҫәпкә алып, 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға сафҡа индерелгән. Был, былтырғы йылдың ғинуар – ноябре менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк.

Бөгөн Берҙәм торлаҡ төҙөлөшө мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 200-ҙән ашыу төҙөлөшкә рөхсәт ғәмәлдә. Төҙөүселәр тарафынан дөйөм майҙаны 3,2 миллион квадрат метр булған 267 тирәһе йорт күтәрелә.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: molva33.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас