

Архангел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район тарихында тәүге тапҡыр Тирәкле ауылында ат спорты буйынса асыҡ ҡышҡы уйындар ойошторолдо. Сараның маҡсаты – башҡорт аттары генофондын һаҡлау, районда йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү, йәмәғәтселектең һаулығын нығытыу.
Мәғлүм булыуынса, халыҡтың һаулығын нығытыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты маҡсаттары һәм бурыстары иҫәбенә инә.
Уйындарға Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан ҡунаҡтар килгәйне. Улар дүрт урауҙа: тоҡомсолоҡ паспорты булған һәм булмаған башҡорт аттарында, санала һәм бәйге буйынса көс һынашты. Ярыш көсөргәнешле һәм сағыу булды. Еңеүселәргә кубоктар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Бындай саралар халыҡта спортҡа һөйөү уята, рухты күтәрә, әхлаҡи, эстетик һәм рухи сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә”, – тине Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/197614
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/197614