Милли проекттар
21 Декабрь 2021, 05:30

Салауатта юл түшәү миҙгеле тамамланды

Был ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты өс йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла.

Салауатта юл түшәү миҙгеле тамамландыСалауатта юл түшәү миҙгеле тамамланды
Салауатта юл түшәү миҙгеле тамамланды

Салауат ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) өс йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла.

Ҡалала юлдағы соҡор-саҡырҙар хәҙер күренмәй. Быйыл Салауаттағы һигеҙ объектта ремонт барҙы. Уларға Губкин урамындағы ике километрлыҡ юл, Космонавтар бульварындағы 800 метрлыҡ ара, Ленинград урамындағы бер километр оҙонлоғондағы асфальт һәм башҡа объекттар инә.

Ремонт барышын ҡал хакимиәте һәм ҡала Советы депутаттары даими контролдә тота. Шуға күрә талаптар ҙа ҡаты. Губкин урамының Салауат Юлаев бульварынан алып Калинин урамына тиклемге өлөшөн, мәҫәлән, комиссия юлсылар өсөнсө тапҡыр күрһәткәндән һуң ғына ҡабул иткән.

 Фото: bashinform.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас