Милли проекттар
21 Декабрь 2021, 14:30

Төҙөлөш менән шөғөлләнәһеңме?

Әгәр шулай икән, был  портал – тап һеҙҙең өсөн!

Төҙөлөш менән шөғөлләнәһеңме?Төҙөлөш менән шөғөлләнәһеңме?
Төҙөлөш менән шөғөлләнәһеңме?

Республикала “Стройпортал” мәғлүмәт порталын ойоштороу буйынса эш тамамланды. Уның маҡсаты – башҡарма властың төбәк органдары, шулай уҡ уларға ҡараған дәүләт һәм муниципаль ойошмалар, инвесторҙар, төҙөүселәр, граждандар һәм республика биләмәһендәге төҙөлөш тармағы ойошма-предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу.

"Бөгөн “Стройпортал”дан инвесторҙар, төҙөүселәр ҡуллана ала. Унда ҡала төҙөлөшө тураһындағы мәғлүмәттәр һәм Башҡортостан Республикаһы ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы бар, төҙөлөш тармағында муниципаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеге бирелә", - тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

2022 йылда порталды функциональ йәһәттән яҡшыртыу дауам итәсәк.

“Стройпортал”да процедуралар калькуляторы, белем базаһы менән танышырға мөмкин. Уларҙа – ҡала төҙөлөшө тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр.

“Спортал” эшен яҡшыртыу маҡсатында инвесторҙар-төҙөүселәр үҙ тәҡдимдәрен gisogd@rgcrb.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин. Улар сервистарҙы ойошторғанда иҫәпкә алынасаҡ. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: v-kurse.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас