

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт (национальный проект “Культура”) милли проекты саралары әүҙем тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Саҡмағош ауылындағы район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәжәптәге Ҡарттар йортонда һәм Баҡалы психоневрология интернатының Яңы Балтастағы филиалында концерт ҡуйҙы. “Изгелек һәм өмөт йылмайыуы” тип аталған сара барыһының да күңеленә хуш килде. Тамашасылар артистарҙың моңло йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен ихлас алҡышланы.
“Артистарыбыҙҙың бындай тамашасы алдындағы күңел кисерештәрен бер һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел. Көслө алҡыштар, шатлыҡ осҡондары сағылған күҙ ҡараштары, шатлыҡлы йөҙҙәр! Бындай ҙа итәғәтле, ихлас тамашасыны күргәнебеҙ юҡ ине әлегә тиклем”, – тине Рәжәп ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Альбина Имаева.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/197710
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/197710