

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ноябрҙә Башҡортостандың микрокредит компанияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына “Микрозайм 3.0” һәм “Рефинанс” көрсөккә ҡаршы махсус продукттарын тапшыра башланы. Әле ошо программалар буйынса эшҡыуарҙарға 56 миллион һумлыҡ заем бирелгән.
Микрофинанс продукттары республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә индерелгән.
– Яңы микрофинанс продукттары әлеге иҡтисади шарттарҙа йүнселдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Эшҡыуарҙар уны ғәмәлдәге кредит йөкләмәләре буйынса бурысын кәметеүгә йәки әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға тотона ала, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Ярҙамдан файҙаланыусылар географияһы ярайһы уҡ киң. Нефтекама, Сибай, Учалы, Бәләбәй, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалалары, шулай уҡ Кушнаренко, Шишмә, Ғафури, Хәйбулла райондарынан эшҡыуарҙарҙың ғаризалары хупланған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/419067/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/198560