Милли проекттар
22 Декабрь 2021, 05:30

“Аҡ юл” йәштәргә аҡ юл теләй

Сарала 100-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

“Аҡ юл” йәштәргә аҡ юл теләй“Аҡ юл” йәштәргә аҡ юл теләй
“Аҡ юл” йәштәргә аҡ юл теләй

Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Образование”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә мәғариф йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.  Мәҫәлән, Өфөлә 19-20 декабрь “Мәғариф” өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә “Аҡ юл” йәштәр мөхитендә террорсылыҡты һәм экстремизмды иҫкәртеү һәм профилактикалау мәсьәләләре буйынса республика форумы уҙа. Сарала 100-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре тулыһынса үтәлә, унда ҡатнашыусылар бер нисә төркөмгә бүленгән.

– “Аҡ юл” форумы икенсе тапҡыр ойошторола, – тип һөйләй Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. – Милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты булдырыу, террорсылыҡты һәм экстремизмды профилактикалау, йәштәр араһында тәртипһеҙлеккә юл ҡуймау, йәштәр менән эшләгән белгестәрҙең белемен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

 Фото: mbouco58.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас