

Бишбүләк районындағы Бишбүләк ауылында 320 урынға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы корпусын төҙөү тамамланды. Объект буйынса техник регламенттар һәм проект документтары ярашлылығы тураһында һығымта алынған.
Мәктәптә уҡыу бүлмәләре, технология, информатика, милли телдәрҙе өйрәнеү кабинеттары, тамаша һәм спорт залы, медицина блогы, 160 урынлыҡ ашхана бар. Билдәле булыуынса, республика лаборатория техникаһы, аҙыҡ-түлек ҡоролмалары, уҡыу һәм хужалыҡ инвентары һатып алыу өсөн 19,2 миллион һум бүлгән.
Белем биреү ойошмаһы 2022 йылда өсөнсө уҡыу сирегендә эш башлаясаҡ. Беренсе этапта кластарға 188 бала алғандар, 2022 йылдың сентябренән мәктәпкә 320 уҡыусы йөрөйәсәк. Был Бишбүләк районында икенсе сменала эште хәл итеү өсөн кәрәк.
231,7 миллион һумлыҡ яңы корпусты төҙөүгә 2019 йылда тотонғандар. Дәүләт заказсыһы - Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы. Генераль подрядсы – “ГлавСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Бинаның дөйөм майҙаны туғыҙ меңдән ашыу метр тәшкил итә.
Төҙөүселәр мәктәп тирәһен, шул иҫәптән әүҙем ял өсөн өс майҙансыҡты, спорт зонаһын төҙөкләндерә. Һуңғыһында футбол майҙаны, йүгереү юлдары, гимнастика, баскетбол, волейбол өсөн майҙансыҡтар бар. Был иһә Башҡортостанда физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәтенең үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк (развитие физической культуры, спорта и молодежной политики в Республике Башкортостан).
Өҫтәүенә, тап ошондай корпустарҙың һәм майҙансыҡтарҙың төҙөлөүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.