

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальый проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) буйынса эштәр республикала быйыл дөйөм оҙонлоғо 387 километр булған 255 объектта барҙы. Был үткән йылғы менән сағыштырғанда 40 километрға күберәк.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты – “Юл селтәре”, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” һәм “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары” тормошҡа ашырылды. Һуңғыһына ярашлы, республика юлдарында ауырлыҡ-үлсәм контроленең 10 автомат пункты ҡуйылған. Уларға әле тест һынауы үткәрелә, был сара 2022 йылдың ғинуар ҙағында тамамланырға тейеш.
Киләһе йылда дөйөм оҙонлоғо 255 километрҙы тәшкил иткән 167 объектта эш башҡарыу планлаштырыла. Шуларҙың 32-һе Өфө һәм 36-һы Стәрлетамаҡ агломерацияларына ҡарай.
Фото: bashinform.ru.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан