

Бөгөн Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында “Яңы быуын китапхаһы”н асыу тантанаһы үтте. Был ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә мөмкин булды.
Яңы моделле китапхана – күп функциялы мәғлүмәт, мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәге. Уны асыу тантанаһына мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев менән Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов килеп, ауыл халҡын һәм китапхана уҡыусыларын, хеҙмәткәрҙәрҙе был ваҡиға уңайынан ҡотланы.
Яңы китапхананы ойоштороуҙа ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр Мәҙәниәт министрлығының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Бында өлкәндәр һәм балалар абонементы, лаундж, мультимедия, уҡыу зоналары, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө, ижади оҫтахана эшләйәсәк.
Фото: Айһылыу Вахитова.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан