

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республиканың Стратегик аудит төркөмө менән берлектә муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү, төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планы буйынса һорауҙарға яуап алған.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жильё и городская среда") бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
"Һорауҙарға яуап биреү һөҙөмтәләре буйынса респонденттарҙың күбеһе төҙөлөш тармағында муниципаль хеҙмәттәр сифатын ыңғай баһаланы, - тип белдерҙе төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Республикабыҙҙа инвесторҙар – төҙөүселәр өсөн административ барьерҙарҙы кәметеү өлкәһендә эш дауам итә. Был төбәктәге инвестиция климатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Шулай итеп, тәү сиратта граждандарыбыҙ өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эш дауам итә".
Һорауҙарға яуап биргәндә объекттарҙың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә йәки һаҡланған зоналарҙа урынлашмауы аныҡланған.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.