

Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектын (национальный проект "Образование") ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә. Был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡҡа йүнәлтелә.
Һәр йыл буйынса бүлеп ҡарағанда, ул түбәндәгесә:
2019 йылда - 4,8 миллиард һум;
2020 йылда - 2 миллиард 181 миллион;
2021 йылда - 2 миллиард 192 миллион;
2022 йылда - 3 миллиард 243 миллион;
2023 йылда - 2 миллиард 265 миллион;
2024 йылда - 2 миллиард 492 миллион һум.
Был милли проект составында ошо төбәк проекттары бар: “Заманса мәктәп” (“Современная школа”), “Һәр баланың уңышы” (“Успех каждого ребенка”), “Балалы ғаиләләрҙе яҡлау” (“Поддержка семей, имеющих детей”), “Һанлы белем биреү мөхите” (“Цифровая образовательная среда”), “Киләсәк уҡытыусыһы” (“Учитель будущего”), “Йәш һөнәрмәндәр” (“Молодые профессионалы”), “Һәр кем яңы мөмкинлектәр” (“Новые возможности для каждого”), “Социаль әүҙемлек” (“Социальная активность”).
"Мәғариф" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға төрлө түңәрәктә һәм секцияла шөғөлләнғән 5 – 18 йәшлек балалар бөтә ошо йәштәгеләрҙең 80 процентын тәшкил итергә тейеш.
Республиканың һәр районы уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар белем формалаштырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға субсидия аласаҡ.
Алты йылдан беҙҙә заманса ҡорамаллы 55 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Быйыл республиканың бер нисә колледжы базаһында World Skills стандарттарына тап килтереп эшләнгән оҫтаханалар асылды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: gusev-online.ru
Сығанаҡ: "Башинформ".