

Коронавирус пандемияһы тормошобоҙҙоң бөтә йүнәлештәренә, айырыуса һаулыҡ һаҡлау тармағына көтөлмәгән яңылыҡтар, һаҡсыл функциялар, тиҙлекле мәғлүмәт ресурстары индереп, ваҡытты экономияларға, дауалау сифатын яҡшыртырға, документтар әйләнешен үтә күренмәле итергә булышты.
Көндәлек тормошта медицина учреждениеларының яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына шаһитбыҙ. Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһында юғары класлы магнит-резонанс томографын монтажлау тамамланды. Ҡиммәтле ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы һатып алынды.
“Был заманса ҡорамал сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итә. Ул айырыуса онкологтар, нейрохирургтар, урологтар, гинекологтар, хирургтар өсөн әһәмиәтле. Хәҙер магнит-резонанс томографында эшләү өсөн белгестәрҙе уҡытабыҙ”, – тине 1-се ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Ольга Турышева. Бындай һөйөнөслө ваҡиғаларҙы йыш ишетеп-күреп торабыҙ.
Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Был беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә нимә бирәсәк?
"Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө - 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, киләһе йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларға", – тигәйне ултырыштарҙың береһендә республика Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аңлатыуынса, дәүләт программаһы яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау һәм иҫкәртеү буйынса саралар менән тулыландырылған. Шулар араһында - тәрәнтен диспансерлаштырыу үткәреү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыу, хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү түләүҙәре биреү, медицина ойошмалары лабораторияларын яңыртыу, яңы коронавирус инфекцияһына дусар пациенттарҙы дауалау өсөн дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм башҡа саралар.
Бынан тыш, “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүҙең план күләмдәрен арттырыу ҡарала, шулай уҡ табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар алыу планлаштырыла.
Республикала медицина документтарының берҙәм һанлы базаһы булдырылыуы, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланыуы тармаҡтың эшмәкәрлеген үтә күренмәле итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецептар, электрон “больничный”ҙар барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек эш ҡоралы, иң мөһиме - уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдына ҙур бурыстар ҡуйылған: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.
Фото: "Российская газета".
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан