Милли проекттар
22 Декабрь 2021, 10:25

Туймазы фермеры яңы цех асҡан

Туймазы фермеры Фәнис Вәлиев көнбағыш майы эшкәртеү проекты менән конкурста ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан.

Туймазы фермеры яңы цех асҡанТуймазы фермеры яңы цех асҡан
Туймазы фермеры яңы цех асҡан

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Туймазы ауылынан фермер Фәнис Вәлиев үҙенең предприятиеһында көнбағыш майы етештереү цехын асҡан. Был эште тормошҡа ашырыу өсөн ул “Агростартап” программаһы буйынса өс миллион һум грант алған.

Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” программаһы саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә финанслана. Был программа ауыл хужалығындағы перспективалы йүнәлештәрҙе үҫтереү мөмкинлеген бирә.

Әйткәндәй, Туймазы фермеры Фәнис Вәлиев көнбағыш майы эшкәртеү проекты менән конкурста ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Аҡсаға ул ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Күптән түгел йүнсел “Агростартап”та ҡатнашыу өсөн документ әҙерләүҙә ярҙам һорап, Туймазы районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/198480

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/198480

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас