Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 17:00

Балалар дауаханаһында – күсмә “Сәләмәтлек сәғәте”

Радий Хәбиров: "2024 йылға иҫке медицина учреждениелары ҡалмаҫҡа тейеш".

Балалар дауаханаһында – күсмә “Сәләмәтлек сәғәте”Балалар дауаханаһында – күсмә “Сәләмәтлек сәғәте”
Балалар дауаханаһында – күсмә “Сәләмәтлек сәғәте”

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика балалар клиник дауаханаһында күсмә “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Көн тәртибендә – 2021 йылда төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһы йомғаҡтары, ҡаҙаныштары.

Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында булды. Объект Президент Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, шул иҫәптән уларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыу” федераль проектына ярашлы һалына.

Майҙансыҡта төҙөүселәр инженерлыҡ селтәрҙәрен һәм коммуникацияларҙы үткәрә. Яңы йыл байрамынан һуң төп төҙөлөш-монтаж эшенә тотонорға ниәтләйҙәр. Объектты 2023 йылда сафҡа индереү планлаштырыла. Радий Хәбиров төҙөлөштө шәхси контроленә алды.  

Ул шулай уҡ Республика балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусын ҡарап сыҡты, нейрохирургия бүлегендә булды. Бында ҡорамалдарҙы яңыртырға кәрәк. Радий Хәбиров мәсьәләне өйрәнергә һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Кескәй пациенттар ятҡан палаталарға ла инде, уларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы төбәктәге медицина берләшмәһенә коронавирус пандемияһына ҡаршы ышаныслы көрәшкән өсөн республика халҡы исеменән рәхмәт әйтте.

– Һеҙ булмаһағыҙ, коронавирус сиренең ҡаты һөжүменә ҡаршы тора алмаҫ инек. Мин һеҙҙең менән хатта разведкаға ла барыр инем, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Ябай булмаған осор көтөүен дә аңлайбыҙ. Әммә ниндәй генә хәүеф һәм талап булмаһын, уларға ҡаршы көрәшергә өйрәндек. Иң мөһиме – беҙ бергә.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәш Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу, уның матди-техник базаһын нығытыу буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыуҙы туҡтатманы.

– Әлеге кеүек капиталь төҙөлөш күләме республикалағы һаулыҡ һаҡлау тарихында бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Былтыр онкология диспансерының яңы корпусын астыҡ, кардиология үҙәгенең хирургия корпусын һалып бөтөп киләбеҙ, Республика балалар кардиология дауаханаһында Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта техзадание төҙөү менән шөғөлләнәбеҙ, асылда, Затонда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн ҙур госпиталде проектлай башланыҡ.  Өҫтәүенә поликлиника звеноһын яңыртабыҙ, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асабыҙ. Муниципалитеттарҙа бер ҡасан да булмаған юғары технологиялы ҡорамалдар барлыҡҡа килә.

Ковид пандемияһына ҡаршы көрәшкә килгәндә, Башҡортостан Башлығы уның бик күп ғүмерҙәрҙе өҙөүен билдәләне. Һәләк булғандар араһында – башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн ғүмерен ҡорбан иткән табиптар һәм шәфҡәт туташтары. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып уларҙы иҫкә алды.

Күмертау ҡала дауаханаһы нигеҙендә быйыл 15 декабрҙә асылған төбәк ҡан тамырҙары үҙәге белгестәре кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән видеоконференция тәртибендә элемтәгә инде. Был ваҡытта улар йөрәктең ишемик сиренән яфаланған пациентҡа зарарланған ҡан тамырын стентлау буйынса операция яһай ине.

Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов әйтеүенсә, “дауаханала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” федераль проектына ярашлы заманса рентген ангиограф системаһы ҡуйылған. Ҡала хакимиәте трансформатор ярҙамсы станцияһын реконструкциялауҙа һәм хирургия корпусына коммуникацияларҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән. Персонал белемен камиллаштырған һәм 15 декабрҙә эшләй башлаған. Бөгөнгө операция – яңы үҙәктә 20-сеһе. Радий Хәбиров белгестәргә уңыштар теләне.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы, Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, быйыл һаулыҡ һаҡлау һәм коронавирус темаһы буйынса халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр былтырғы менән сағыштырғанда 12 тапҡырға артҡан. Үҙәк системалары ошондай 127464 мөрәжәғәтте теркәгән. Халыҡты борсоған төп мәсьәләләр – вакцинация, QR-код алыу, ковидтан дауаланыу, табиптарҙың эше, дарыуҙар тәьминәте, коронавирусҡа тест үтеү.

Республика һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, Елена Прочаковская быйыл көҙ Республикаға идара итеү үҙәгенең БДМУ-ны һәм медицина колледждарын тамамлағандарҙың карьераһына ҡағылышлы социологик тикшеренеү ойоштороуы тураһында һөйләне. Радий Хәбиров үҙәк хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быйыл төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһы йомғаҡтары, ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 400 ФАП-ты яңыртыу бурысы тороуы хаҡында иҫкәртте, ошо программаға бөтә иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттары биналарының индерелеү-индерелмәүе менән ҡыҙыҡһынды. Максим Забелин әйтеүенсә, ҡайһы бер иҫке ФАП-тарҙың реконструкцияланырға тейешле объекттарҙың дөйөм исемлегенә индерелмәгән. Төбәк етәксеһе муниципалитеттарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ФАП-тарға тулы ревизия үткәреп, яңыртыу программаһына үҙгәреш индерергә ҡушты.

– 2024 йылға иҫке медицина учреждениелары ҡалмаҫҡа тейеш, – тине ул.

Альтернатива рәүешендә төбәк Башлығы ФАП-ты фельдшер йорто менән берләштереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Был белгескә лә, халыҡҡа ла уңайлы буласаҡ. Ул шулай уҡ 2022 йылдың ғинуарында Башҡортостан Башлығы Контроль идаралығы белгестәренең муниципалитеттарға ФАП-тарҙы тикшерергә юлланыуы тураһында белдерҙе.

Киләһе йылға һаулыҡ һаҡлау системаһының төп бурыстарына килгәндә, республика етәксеһе, шуларҙың иң мөһиме – халыҡтың үлем күрһәткесен кәметеү, тип билдәләне.

– Был - төп талап. Бөтә көс-ҡеүәт шуға йүнәлтелергә тейеш, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы кәңәшмә аҙағында һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы, уларға һаулыҡ, сабырлыҡ теләне, ҡатмарлы пандемия шарттарында тырыш хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148635.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148635.html

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас