Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 08:45

“Базы” ҙур проектты тормошҡа ашыра

Имәнлекүл, Уйбулат, Үрнәк ауылдарында һыйыр аҙбарҙары, иген һаҡлағыстар төҙөлә.

“Базы” ҙур проектты тормошҡа ашыра“Базы” ҙур проектты тормошҡа ашыра
“Базы” ҙур проектты тормошҡа ашыра

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости“) милли проектында ҡатнаша.

Предприятие эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш – иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, ит, һөт етештереү һәм һатыу. Бынан тыш, “Базы” социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, йәғни торлаҡ, юл, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү һәм ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә.

Предприятие республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашты. Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев “Базы” йәмғиәте директоры Вадим Соколов менән Имәнлекүл ауылындағы майҙансыҡта кәңәшмәгә онлайн тәртибендә ҡушылды. Унда һөт етештереүҙе арттырыу, иген эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса инвестиция программаһының үтәлеше тикшерелде. Өҫтөнлөклө проектҡа ярашлы, Имәнлекүл, Уйбулат, Үрнәк ауылдарында һыйыр аҙбарҙары, иген һаҡлағыстар төҙөлә.

Вадим Соколов әйтеүенсә, предприятие малсылыҡ биналарын, трактор паркын яңырта, етештереүгә компьютер системаһын индерә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/199276

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/199276

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас