Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 06:50

“Фабрик Косметик” етештереүҙе арттыра

Һөҙөмтәлә продукция сығарыу ваҡыты 2,8 тапҡырға ҡыҫҡарған.

“Фабрик Косметик” етештереүҙе арттыра“Фабрик Косметик” етештереүҙе арттыра
“Фабрик Косметик” етештереүҙе арттыра

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге “Фабрик Косметик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости") нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса проект тормошҡа ашырылды. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары унда һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индерергә ярҙам итте.

– Ванна өсөн тоҙло урғылыусан шарҙар сығарыу пилот проекты итеп алынды. Һаҡсыл етештереү алымын файҙаланыу һәм эште оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә продукция сығарыу ваҡыты 2,8 тапҡырға ҡыҫҡарҙы, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре эш төркөмө төҙөп, предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙы ойошторҙо. Улар алған белемде ғәмәлдә ҡулланыу ғына түгел, бөтә персоналды һаҡсыл етештереүгә өйрәтә аласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, “Фабрик Косметик” йәмғиәте үҙенең технологияһы буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн косметика, шулай уҡ бит һәм тән тиреһен хәстәрләү өсөн аксессуарҙар етештерә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/419317/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/199270

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас