

Башҡортостан Волга буйы федераль буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғы урындарҙың береһендә ҡалыуын дауам итә.
Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 11 айында Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2,6 миллион квадрат метр майҙаны булған 34,8 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда, үҫеш күрһәткесе 24 процент тәшкил иткән. Шулай итеп, республикабыҙ Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләүен дауам итә. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында республикабыҙ торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса – алтынсы урында.
- Ниндәйҙер айырым ҡыйынлыҡтар булһа ла, төҙөлөш тармағы пандемия арҡаһында ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү генә түгел, үткән йылдың ошо уҡ осорондағы маҡсатлы күрһәткестәрҙе һәм билдәләрҙе арттырып үтәү мөмкин булды, - тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – 2022 йыл башында һуңғы һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ, әле алдан күҙаллауҙар буйынса, 2021 йыл аҙағына 2,8 миллион квадрат метр һанын көтәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) буйынса Башҡортостан 2024 йылға 2, 950 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә уйлай, 2030 йылда иһә 4 миллион квадрат метрҙан кәм түгел.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө һиҙелерлек арта. Финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары буйынса 2021 йылдың 11 айында, барлыҡ торлаҡ йорттарҙы иҫәпкә алып, баҡсасылыҡ алып барыу өсөн ер участкаларында төҙөлгәндәре, 2020 йылдың ғинуар – ноябрь айҙары менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк тәшкил итә. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: fishki.net
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан