

Өлкән йәштәгеләр – донъя ҡото, кәрәк саҡта төплө кәңәше, урынлы ярҙамы менән йәшәйешебеҙҙе йәмләгән, ныҡлы терәк-таяныс булған кешеләр. Уларҙың аҡылы, тормош тәжрибәһе мөһим мәсьәләләрҙе, сетерекле хәлдәрҙе яйға һалыуға һәр саҡ хәл иткес өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта оло йәштәгеләр иң нескә булмышлы, йомшаҡ күңелле, иғтибар, ихтирам һәм хәстәр талап иткән ҡатлам булып ҡала. Эйе, ғүмер насип иткән берәүҙе лә ҡартлыҡ урап үтмәй һәм тормош хаҡында уйланған һәр кеше өлкән йәштәгеләр рәтенә ҡасан да булһа инәсәген белә. Шуға күрә ололарға ҡарата хәстәрлекле, миһырбанлы булыу – йәшәйеш ҡануны, шул уҡ ваҡытта оло быуын вәкилдәренә ҡарата дәүләт тә иғтибарлы булырға тейеш. Бының сәбәбе ябай: Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла оло йәштәгеләр һаны йылдан-йыл арта, шуға ғүмерҙе оҙайтыу ғына түгел, ә өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы, кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсаттары өсөн ҙур мөмкинлектәр тормошҡа ашырыла, тормош сифатын күтәреү, даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Мәҫәлән, 2016 йылда уҡ Рәсәйҙә өлкән быуын граждандары мәнфәғәтен хәстәрләгән Эшмәкәрлек стратегияһы әҙерләнгән, ул 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Былтыр октябрҙә иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика проектын раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Документ өлкәндәрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон арттырыуға һәм сәләмәт тормошон оҙайтыуға йүнәлтелгән саралар планын үҙ эсенә ала һәм 2021 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Демография” милли проектының (национальны проект "Демография") “Өлкән йәштәгеләр” проекты сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың бер сағылышы ул.
“Башҡортостанда – оҙон ғүмер” проектының төп маҡсаттары – кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу, тормош сифатын яҡшыртыу.
Йәшәйеште яҡшыртыу буйынса төп саралар иҫәбенә “Әүҙем оҙон ғүмер академияһы” сәләмәтлек мәктәптәрен үҫтереү, өйҙә медицина тикшереүен ойоштороу, ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә “Һаулыҡ һуҡмаҡтары” тип аталған йәмәғәт киңлектәрен ойоштороу һәм башҡа саралар инә. Унан тыш, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында халыҡты диспансерлаштырыуҙың берҙәм көнөндә өлкән йәштәгеләр сәғәте ойошторолған: был ваҡытта табиптар пенсионерҙарҙы һәм ветерандарҙы ҡабул итә. Ҙур дауаханаларҙа өлкәндәр өсөн лекторийҙар ҙа үткәрелеп тора, “Сәләмәтлек поезы” акцияһы даими ойошторола.
Унан тыш, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының мөһим йүнәлештәренең береһе – туризм. Өлкәндәр өсөн ойошторолған төрлө ҡатмарлыҡтағы туристик маршруттар Башҡортостандың матурлығын, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү, республиканың мәҙәни мираҫы, иҫтәлекле урындары менән танышыу мөмкинлеген бирә. Ысынлап та, проекттың туризмға ҡағылышлы яңылыҡтары ололарҙың күңеленә бигерәк тә хуш килгән: 2020 йылда “Демография” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған саралар өсөн биш миллион һум аҡса бүленгән, экскурсиялар ойошторолған. Пандемияға бәйле туҡтап торған саралар быйыл яҙ яңыртылған, ҡайһы берҙәре былтырҙан быйылға күсерелгән. Һөҙөмтәлә, республикалағы 3648 пенсионер республика буйынса сәйәхәт иткән.
Милли проект сиктәрендә үткәрелгән тағы бер яңылыҡ – “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты“нда пенсионерҙарға белем биреү программаларын, курстарын ойоштороу. Өлкәндәр шулай уҡ уҡыу, ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү өсөн бушлай сертификат ала.
Был йәһәттән миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ноябренән “Рәсәй театралы” проекты тормошҡа ашырыла, ул тап өлкәндәр өсөн иҫәпләнгән. Бында һәр кем бушлай онлайн-күнекмәләрҙә ҡатнаша ала. Дәрестәр ижади ҡеүәне үҫтереүгә, тын юлдары эшмәкәрлеген яҡшыртыуға, дикция һәм артикуляция өҫтөндә эшләүгә бағышланған.
Ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса инергә кәрәк: https://www.ulinclub.ru/russian-teatral
Унан тыш, Юлия Артемова клубы “Әүҙем пенсионерҙар ассоциация”һы менән берлектә “Рәсәйҙә оҙон ғүмер” пилот проектын тормошҡа ашыра башлаған. Унда сәләмәтлек, гармониялы, бәхетле тормош, фейс-фитнес йүнәлештәре буйынса онлайн күнекмәләр үткәреләсәк. Оло йәштәгеләр өсөн барыһы ла бушлай. Яҙылыу өсөн һылтанма: https://web.tallmam.ru/region
Социаль әүҙемлекте арттырыу, һис шикһеҙ, өлкән быуындың ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта һәр муниципалитетта пенсионерҙарҙы әүҙем ялға, ижадҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп иткән ойошмалар, саралар бар.
2021 йыл иһә республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Өлкәндәр һаны артҡанда-арта, уларҙы ҡурсалау, тәрбиәләү, хәстәрлек күреү – мөһим социаль мәсьәләләрҙең береһе. 2024 йылға тиклем илдә иҫкәртеү медицина тикшеренеүҙәре менән оло йәштәгеләрҙең кәм тигәндә 70 процентын солғап алыу планлаштырыла.
Өлкәндәр өсөн иң мөһиме – сәләмәт булыу, үҙ-үҙең тәрбиәләү һәләтен юғалтмау, үҙеңде башҡаларға кәрәк итеп тойоу.
“Өлкән быуын” федераль проекты тап ошо маҡсаттарға – кешеләрҙең ҡартлыҡ осоронда ла әүҙем һәм оҙайлы ғүмер итеүенә, ярҙамға мохтаждарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Ошо көндәрҙә иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда өлкән быуын граждандары мәнфәғәттәрен хәстәрләү йәһәтенән Эшмәкәрлек стратегияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса 2021-2025 йылдарға саралар планы раҫланды.
Андрей Назаров, социаль сәйәсәттең яңы, һөҙөмтәлерәк моделенә ихтыяж барлыҡҡа килде, даими рәүештә оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса саралар күреүҙе дауам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова: “Демография” милли проекты сиктәрендә ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы, халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең һаулығы һәм именлеге, 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем арттырыу – өҫтөнлөклө бурыстар” , – тип билдәләне.
...Өлкәнәйгән һайын күңел нескәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә, һәр оло йәштәге кеше иғтибар көтә. Ошоно иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: mintrud.bashkortostan.ru