

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальый проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарылды.
Юлдарҙы яҡшыртыу магистраль урамдарҙы ғына түгел, ә бәләкәй урамдар һәм тыҡрыҡтарҙы ла күҙ уңында тота. Юлдың ҡыҫҡа арауығын ремонтлау ҙа был төбәкте күркәмерәк, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итә.
Быйыл көҙ Нижегородка биҫтәһендәге Мал көтөү, Эшселәр, Карьер урамдарындағы юл тәртипкә килтерелде. Элегерәк автотранспорт хәрәкәтенә был урамдарҙа һәр саҡ соҡор-саҡырҙар, тигеҙ булмаған асфальт ҡамасаулай ине. Объекттарҙың дөйөм оҙонлоғо 2,1 километр тәшкил итә.
Нижегородка биҫтәһендәге юлдарҙы яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк. Яҡын киләсәктә Сәләм һәм Ауыл кисеүе урамдарында эш башлау планлаштырыла.
Фото: bashinform.ru.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан