Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 04:30

Ҡурсаҡтарҙың йорто йәмләнәсәк

Киләһе йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына ремонт үткәреләсәк.

Ҡурсаҡтарҙың йорто йәмләнәсәкҠурсаҡтарҙың йорто йәмләнәсәк
Ҡурсаҡтарҙың йорто йәмләнәсәк

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, киләһе йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына ремонт үткәреләсәк. Был һәйбәт яңылыҡты республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат үҙәге хәбәр итә. Милли проекттар 2018 йылда дәүләт башлығы В.В. Путиндың май указы менән раҫланғайны.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан был мәҙәниәт учреждениеһында ул асылғандан – 1976 йылдан бирле капиталь ремонт үткәрелмәгән. Үҙгәртеү барышында театр бинаһын яңыртыу, тирә-яғын күркәмләндереү генә күҙ уңында тотолмай, ә уға төкәтмә эшләү ҙә планлаштырыла.

Проектта әлеге 300 урынлыҡ тамашалар залын реконструкциялау, өҫтәп 135 урынлыҡ бәләкәй зал төҙөү, 40 кеше һыйҙырышлы балалар кафеһы асыу, музей, уйын бүлмәһе, ижади үҫешкә тәғәйенләнгән балалар һәм уйын студиялары булдырыу ҡарала.

Реконструкция 2022 йылда башланыр тип күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: rb7.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас