

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республика Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе Илдус Хәлитов уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
“Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге эшҡыуарҙарға халыҡ-ара тауарҙар, хеҙмәттәр һәм технологиялар баҙарына сығырға ярҙам итә, өҫтәүенә быны бушлай башҡара, – тине ул. – 2021 йыл ярайһы уҡ көсөргәнешле булды. Беҙҙең эште төп өс күрһәткес буйынса баһаларға мөмкин. Тәүгеһе – хеҙмәт күрһәтелгән компаниялар һаны. Былтырғы менән сағыштырғанда, улар 25 процентҡа, йәғни 650-нән 800-гә тиклем артҡан. Икенсеһе – беҙҙең ярҙам менән экспорт килешеү төҙөгән компаниялар һаны. Бында ла 30 процентҡа үҫеш (130 предприятие) күҙәтелә. Өсөнсө күрһәткес – экспорт ярҙамы күләме. Былтыр ул 36 миллион доллар булһа, быйыл – 50 миллион доллар самаһы.
Баҙарға өр-яңы тауарҙар, аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар, IT-ҡулайламалар сығарыла. Продукция менән тәьмин итеү географияһы ла киңәйә. Әле донъяның 50 иле менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Бизнес алып барған маркетплейстарға TopFranchise, IndustryStock, Turkish Exporter кеүек яңы майҙансыҡтар өҫтәлде.
Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге 150-гә яҡын сара ойошторҙо, шуларҙың 20-нән ашыуы – сит илдәргә эшлекле сәфәрҙәр. Был юҫыҡтағы эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/199973
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/199973